Нуриман районы Ишморат ауылындағы балалар приюты тәрбиәләнеүселәре менән осрашыу

Нуриман районы Ишморат ауылындағы балалар приюты тәрбиәләнеүселәре менән осрашыу https://bash.news/yuldash/19606_nuriman-rajony-ishmorat-auylyndahy-balalar-priyuty-terbieleneuselere-menen-osrashyu
30 дек, 19:00

   Яңы йыл алдынан кем генә мөғжизәгә ышанмай икән?! Бигерәк тә балалар Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы йыл буйы түҙемһеҙлек менән көтөп ала. Сабыйҙарҙың матур, изге теләктәрен тормошҡа ашырыу йәһәтенән йыл һайын “Юлдаш” радиоһы “Күңел йылыһы” исемле мәрхәмәтлек акцияһы сиктәрендә балалар приютында тәрбиәләнеүселәргә байрам ойоштора. Быйыл сатлама һыуыҡ көндәр булыуға ҡарамҫтан,  күркәм йолаға тоғро ҡалып, радио коллективы Нуриман районы Ишморат ауылындағы балалар приютына юлланды. “Йәшәү йәме” тапшырыуының Яңы йыл сығарылышы ошо сағыу тамашанан булыр. 

75 НЕИЗВЕСТНЫХ ФАКТОВ.
Фк уфа 10 лет