Түләмәй ҡара. Алиментыңды.

Түләмәй ҡара. Алиментыңды. https://bash.news/yuldash/29716_tulemej-kara-alimentyndy

Тапшырыуҙа иғтибар үҙәгендә алимент түләмәүсе ир-егеттәр генә түгел, алимент түләүсе ир-егетте яфалаған ҡатын-ҡыҙ ҙа, уларҙың ғәйебе лә ситтә ҡалмай. Авторҙан: Маҡсатлы рәүештә түләмәгәндәр бар. Түләй алмағандар. Һәм түләргә теләмәгәндәр. Сәфәр барышында тегеләрен дә быларын да осраттыҡ. Балаһын уйламағандар, бар икәнен дә онотҡандар, үҙ йүнен генә хәстәрләгәндәрҙең тормошо үҙ намыҫында һәм закон ҡарамағында. Ҡасып йәшәүҙәре еңелдән түгел. Әллә анһатмы? Әгәр законды урап үтергә маташалар икән, үҙегеҙ фашлағыҙ. Рәсми эш урынында яһалма справкалар эшләткәндәр, законды урап үтеүселәр, маҡсатлы рәсми эшкә урынлашмаусыларҙы. Намыҫһыҙлыҡ.  Бында ҡатын-ҡыҙҙың яһиллығын телгә алмайынса ла булмай. Ир-егет башта тырыша, түләй, түләүенән тыш, былай ҙа ярҙам итә. Әммә ҡатын кеше ләззәтләнеп үс ала. Берәй генә нәмә оҡшамаһа, балаңды күрмәйәсәкһең, тип ҡурҡыта. Баланың үҙенә атайың насар тип һөйләй. Бар туғандарын ҡаршы ҡоторта. Ә үҙе алименттар һәм күберәк аҡса талап итә. Ир-егеттең теләге лә юғала. Хатта балаһына һөйөүе кәмегән мәлдәр ҙә бар. Йыш ҡына ир-егеттәр расписка-фәлән яҙмай ғына ярҙам да итә. Ә ҡатыны быны шулай тейеш тип ҡабул итә. Шулай тейеш тә. Тик эшләмәй өйҙә ятҡан ире менән рәхәтләнеп шул аҡсаны тотона, балаларға барып етмәгән осраҡтар ҙа етәрлек. Йә алдан мин һиңә ярҙам итәм, алиментҡа бирмәйек, тип килешәләр. Ир яҡшы ғына аҡса күсереп тора. Күпмелер ваҡыттан, ҡатын тота ла алиментҡа бирә. Элекке ирен йә берәй ҡатын менән күреп, йә туғандары ҡотортоуына ҡарап тегене «аҡылға ултыртырға» ҡарар итә. Ирҙең элек ярҙам иткәндәре юғала. Хәҙер инде ир ҙә үсләшеп, ҡатынға алимент ҡына түләй, өҫтәп ярҙам итмәй. Һәм килем күпкә аҙыраҡ килеп сыға. Әлбиттә, был ниндәйҙер кимәлдә страховка, ирҙең нимә уйлағаның кем белә, үҙҙәре аңлатыуынса. Үсләшеп эшләгәндәрен ҡайһы-бер ҡатындар йәшермәй ҙә. Һәм, ысынлап, та ҡатын-ҡыҙ яғынан да ир яғынан да ата-әсәләре ныҡ ҡыҫылған, донъя болғаған осраҡтар байтаҡ. Ә инде бер өлөш ҡатын-ҡыҙ бөтөнләй бер нәмә лә талап итмәй. Шым ғына йәшәп тик ята. Тыныс ҡына тыйнаҡ ҡына. Үҙе тарта йөктө. Тегендә ир ҙә рәхәт йәшәй, балалары барлығын онотоп. Ундайҙарға суд приставтарының ҡулы ҡаты. Фотолары асыҡ күрһәтелә, тыныс йәшәтмәйҙәр. Закондар арыу ғына ул. Водитель танытмаһынан сикләү, мәжбүри эш, иркенән мәхрүм итеү, мөлкәтенә арест һалыу, бер туҡтауһыҙ эҙәрлекләү. Һәм һәр төбәктең үҙ ҡанундары. Һәм, ир-егет ғаиләне тарҡатмаҫҡа тейеш ине лә ул. Бер ғаиләлә булдыҡ. Ипле генә апай яңы донъя ҡорған, кейәүгә сыҡҡан, элекке ире 3 балаға ла ярҙам итә. Аҡсаһы булған һайын бирә, ит, аҙыҡ-түлек килтерә, быйыл ҡолон да бүләк иткән. Беҙ барғанда, икәүләшеп сәй эсеп ултыралар ине))). Ағай алименттарын да түләй. Ҡыҫҡаһы, “ул түләргә тейеш, хайуан “тигәндәренә ике мәғәнә һалырға була-эйе, дөрөҫ тә, һәм уның хайуан хәленә төшкәнлегенә һинең дә ғәйеп юҡмы икән? Эскән ирҙе һарайға ҡыуып сығарып, яңы ире менән тәүгеһе һалып биргән өйҙә рәхәтләнеп йәшәгәндәр ҙә. Бәй, эсмә. Шулаймы? Әллә яуаплылыҡ бары тик ир-егет өҫтөндәме? Әйткәндәй, алимент түләмәүсе ҡатын-ҡыҙҙар ҙа күбәйә. Әлегә эксперттар алимент түләмәүҙең төп 3 сәбәбен билдәләне-эшһеҙлек, эскелек һәм ялҡаулыҡ. Теманың дауамы бар.

Түләмәй ҡара. Алиментыңды.
Түләмәй ҡара. Алиментыңды.


75 НЕИЗВЕСТНЫХ ФАКТОВ.
Фк уфа 10 лет