Хоҡуҡтарыңды беләһеңме? Полис!

Хоҡуҡтарыңды беләһеңме? Полис! https://bash.news/yuldash/35633_hokuktaryndy-belehenme-polis

 

Хоҡуҡтарыңды беләһеңме? Полис!
Хоҡуҡтарыңды беләһеңме? Полис!

Медицина страховкаһы, йәғни полис беҙгә бик күп хоҡуҡтар бирә.

 

Стационарҙа тейешле дауаланыу, ҡатмарлы операциялар, ентекле юғары технологиялы тикшерелеү һәм башҡа мөмкинлектәр. Әммә йыш ҡына кеше шприцына тиклем һатып ала, бушлай бирелә торған бахилдар хаҡында һүҙ ҙә юҡ, дауаханала үҙ иҫәбенә дарыуҙар, уколдар алған осраҡтар ҙа аҙ түгел. 

 

 

Былар барыһы ла үҙ хоҡуҡтарыңды белмәүҙән килә. Тапшырыуҙа операция өсөн аҡса түләгән пациенттар, уға ҡарата страховка компанияһы вәкиленең аңлатмаһы яңғырай. Сөнки операция өсөн хөкүмәт, страховка фирмаһы тарафынан аҡса түләнә. Һәм аҙ күләмдә түгел. Әгәр ҙә насар эшләрҙәр тигән борсолоу бар икән, полис буйынса үҙегеҙҙең страховка ойошмаһына шылтыратырға кәрәк. 

 

 

Ашығыс ярҙам 20 минут эсендә килергә, узи 2 аҙна, ә МРТ менән КТ 30 көн эсендә башҡарылырға тейеш. Мрт һәм кт кеүек әһәмиәтле диагностиканың омс буйынса бушлай икәнлеге шулай уҡ күптәргә яңылыҡ. Әгәр ҙә кеше теркәлгән дауаханала улар юҡ икән, табип улар булған дауалау учреждениеһына йүнәлтмә бирергә бурыслы.  

 

 

Ҡайһы-бер поликлиникаларҙа, ауылдарҙағы амбулаторияларҙа дауаланыусының үҙе менән шприц алып йөрөүе, көндөҙгө стационарҙа дарыу-уколдары менән килеүе нормаға ингән. Был норма түгел. Табип йүнәлтмә биргән икән, полис эшләргә тейеш.  Страховка ойошмаһы менән беҙ уларҙы фашлайбыҙ. Ғөмүмән, берлектәге махсус рейд бик күп һорауҙарға яуап табырға ярҙам итә.

 

 

Халыҡ анализдарҙы ла күпләп түләп тапшыра. Табиптарға күстәнәс ташый. Ә страховкалау компанияһына шылтыратырға онота. Әгәр стандарттарға инмәгән дауаланыу бар икән, Һаулыҡ һаҡлау министрлығында квоталар ҙа бар. Тик программа менән танышырға ғына кәрәк. 

 

 

Полис-ул документ. Һәм ул биргән мөмкинлектәр бихисап. Тапшырыу ошо хаҡта. 

 

 

Волна
Фк уфа 10 лет