“Башҡортостан” гәзите, 27 декабрь, 1937 йыл.

“Башҡортостан” гәзите, 27 декабрь, 1937 йыл. https://bash.news/yuldash/37535_bashkortostan-gezite-27-dekabr-1937-jyl

 

                                         Стахановсы Ҡолмөхәмәтовтың уңышы.

  Ишембай нефть промыслаһының  автотранспорт капиталь ремонтлау цехы стахановсыһы слесарь Ҡолмөхәмәтов сталинсел айлыҡта  ҙур уңыштарға иреште.  Ул айлыҡ планын 205 процентҡа үтәп,  730 һум хеҙмәт хаҡы алды.

  Ҡолмөхөмәтов хәҙер цехта элек ике  слесарь башҡарған эште бер үҙе алып бара һәм ул ремонтлаған  моторҙарҙың  сифаты яҡшы… Хәҙер ул  промыслала асылған  социалистик хеҙмәт мастерҙары курстарына уҡырға инде.                                                                                 А.Ниғмәтуллин.

…..

                                           Совет Украинаһының 20 йылы.

  Совет Украинаһы бөгөн үҙенең 20 йылын байрам итә.  Ул уны шатлыҡ һәм ғорурлыҡ менән, ирекле, көслө социалистик республика булып,  Совет Социалистик республикалар Бөйөк Союзының  бүленмәҫ,  өҙөлмәҫ өлөшө булып ҡаршылай.

… Совет Украинаһы СССР Көнбайыш кордонында  ҡеүәтле форпост булып тора. Уның  сиктәре бетондан һәм ҡоростан кейенгән.  Совет сиктәренең йәнле һаҡсыһы бетонға һәм ҡоросҡа ҡарағанда ла  нығыраҡ көслө. 

  Украина  халҡы үҙенең  дошмандарын белә.  Ул уларҙан  сикһеҙ синфи нәфрәт менән нәфрәтләнә. Ул белә ки, фашист эттәре һәм  уларҙың ялланған агенттары, троцкисе-бухаринселәр һәм буржуаз  милләтсе шпиондар Совет Украинаһының  иркенә  һәм бойондороҡһоҙлоғона һөжүм итәләр… Украина халҡы тыуған  иленең  әшәке һатлыҡ йәндәрен  аяуһыҙ рәүештә юҡ итә  (“Правда”).

   Д.В.Грешков, Д.И.Сидоренко, А.Ф.Лепешкин, Д.Ф.Стрижков, П.Ю.Рыжков, М.С.Латышев,  А.Н.Борзенков, А.Л.Степанов, С.Ф.Бондаренко, П.В.Мичуриндәрҙе РСФСР  УК(аһы)-ның  58-7, 58-11 статьяларында ҡаралған енәйәттәрҙә ғәйепләү  буйынса

                                                     Ғәйепләү заключениеһе

  Стәрлетамҡ районында Советтарға ҡаршы ҡоротҡостар һәм емереүселәр группаһы йәшәгәнлеге НКВД органдары тарафынан  фаш ителде һәм үткәрелгән тикшереү  менән билдәләнде.  Был группа партия, шулай уҡ советтар власы тарафынан халыҡ хужалығында үткәрелә торған сараларға ҡаршы көрәш алып барыуға, халыҡтарҙың ризаһыҙлығын тыуҙырыуға, шулай уҡ колхозсыларға зарар килтереүгә  йүнәтлелгән  ҡоротҡослоҡ эшмәкәрлеген БАССР-ҙа күп йылдар буйына ауыл хужалығында үткәреп килгән, фаш ителгән контрреволюцион троцкиселәр-бухаринселәр ойошмаһының филиалы булып торған.

(“Башҡортостан” гәзите, 27 декабрь, 1937 йыл.

Яуаплы редакторы Ҡасим Аҙнабаев).

75 НЕИЗВЕСТНЫХ ФАКТОВ.
Фк уфа 10 лет