Иләү

    Бәләкәстәр, бөгөн мин һеҙҙе тылсымлы тартма менән таныштырам. Ул тартма ҡоштарға ҡағылышлы теләктәрҙе үтәй. Ул - тағараҡ. Тағараҡ ни эшләп тылсымлы булһын тиерһегеҙ. Тылсымлы икән шул. Әгәр теләһәң, күгәрсендәр менән турғайҙар осоп килә. Теләһәң, мышар турғайҙары йә ҡарабаш турғайҙар. Тылсымы нимәлә һуң? Ябай ғына тартма-тағараҡҡа ярма, икмәк киҫәктәре һалһаң, ул тылсымлыға әйләнә. Тағараҡҡа турғайҙар һәм күгәрсендәр осоп килә. Ә инде туң май киҫәктәре һалһаң, ҡарабаш турғайҙар килер. Мышар орлоғон элеп ҡуйһаң, ҡыҙылтүштәр килеп етер. Аңлағанһығыҙҙыр, һәр ҡоштоң үҙенең яратҡан аҙығы бар. Тағараҡтың тылсымы тап шунда. Бәләкәс дуҫтарым, ябай ғына тағараҡты яһарға һәр баланың ҡулынан килә. Һеҙ ҙә тағараҡтар эшләп элегеҙ, ҡышҡы һалҡында ҡоштарға аҙыҡ табыуы ауыр бит. Һалҡын ҡышты уҙғарып ебәрергә бергәләп уларға саҡ ҡына ярҙам итәйек. Тик тағараҡты элеп ҡуйғас, ем һалып торорға онотмағыҙ, йәме.
13 янв, 11:18

Выпуски программ