Йәшәү йәме

Башҡортостандың тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеү буйынса "Йәйләү" профилле сменаһы быйыл Әлшәй районындағы А.П. Чехов исемендәге балалар шифаханаһында ойошторолдо. Республикабыҙ район - ҡалаларынан, шулай уҡ Силәбе, Ырымбур өлкәләренән, Татарстан республикаһынан, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларынан йыйылған 81 бала өс аҙна буйына рәхәтләнеп аралашты, төрлө ярыштарҙа ҡатнашып үҙҙәрен һынаны. Рухлы, һәләтле, тырыш ҡыҙҙар һәм малайҙар менән беҙ ҙә таныштыҡ. 
24 июл, 10:29

Выпуски программ