Ҡашаға.Ҡибланма.Ҡоймос, ҡоймосоҡ. Ҡитар. Ҡашан.

 

Кеше умыртҡаһының  4-5 умыртҡанан торған  түбәнге  өлөшө; ҡоштоң ҡойроҡ һөйәге.   Миҫалға: Ҡоймос  тәңгәле.  Тауыҡтың ҡоймосо. 

Ҡашаға.

Төп мәғәнәһе  яҡшы билдәле, ул -  усаҡ-мейестең ауыҙы өҫтөндәге һикәлтә. Миҫал:  Бейек ҡашаға. Ә “өрлөккә мейес өҫтөнә буйлатып ҡуйылған тар шаршау” мәғәнәһендә һөйләштәргә хас. Миҫал:  Ҡашаға ҡороу.

     Диалекттарҙа шулай уҡ күлдәк-камзулдың итәгенә баҫҡан таҫманы ла  “ҡашаға” тиеү  осрай. Миҫал: Күлдәк итәгенә ҡашаға баҫылған.

Ҡашан.

 “Ҡашан”   ҡайһы бер төбәктә “дыуамал” тигән һүҙ урынында  йөрөй. Ҡашан кеше.

Ҡибланма.

  Элек  “компас” тигән һүҙҙе  “Ҡибланма” тигәне  менән дә белдергәндәр. Миҫалға: Ҡырағай урманға  ҡибланма менән сығыу  хәйерле. Ҡибланма көньяҡты күрһәтә.

Ҡитар.

  Сифатты белдерә, “Өркәк” тигән мәғәнәлә йөрөй. Ҡитар мал. Ат ҡитарлана.

Ҡоймос, ҡоймосоҡ.

Телһөйәр
Телһөйәр
Телһөйәр
Телһөйәр
Телһөйәр
Телһөйәр
Рули трезво: как в Башкирии борются с пьяными водителями
БАШКОРТТАР-БСТ